Алдағы яҙмаларҙың береһендә былтыр Башҡортостанда кешеләрҙең кәмеүе тураһында хәбәр иткәйнек.
Барыбыҙға ла мәғлүм, демография, беҙҙеңсә әйтһәк, тыуым, иң тәүҙә социаль күренеш. Тормош ауырлашҡан һайын, балалар аҙыраҡ тыуа. Ә алдынғы Европа илдәрендә, киреһенсә, йәмғиәт алға киткән һайын, тыуым кәмей. Ә халыҡтың артыуы законһыҙ миграция иҫәбенә көйләнә.
Ярай, үҙебеҙҙең йәшәү шарттарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул элекке осорҙан һис тә насар түгел. Социологтар сәбәпте халыҡтың үҙенән эҙләй. Йәнәһе, халыҡ аҡыллы, байыны, карьера яһай, ғаилә, балалар менән үҙен бәйләргә теләмәй. Бәлки, улар ҙа хаҡлылыр.
Бер нисә аҙна элек Ленинград блокадаһының 75 йыллығын билдәләнек. Байтаҡ тапшырыуҙар булды, бер һан иҫемдә ҡалған. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, блокадала асҡа интеккән Ленинградта 95 мең бала тыуған. Әлбиттә, нисә сабый иҫән ҡалған, ул хаҡта өндәшмәнеләр, әммә кешеләрҙең ҡаһарманлығы мине таң ҡалдырҙы.
Демографияны көйләү өсөн беҙгә нимә эшләргә икән?
Уф, Ғәҙилә апай нимә тип әйтер икән?