Ағиҙел
-9 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль 2019, 13:46
“Ағиҙел” журналының хөрмәтле дуҫтары! “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тороусылар араһында 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, отошло уйын ойошторабыҙ.
Замана мөғжизәһе – төҫлө, һанлы телевизор һеҙҙе көтә. Телевизор йортоғоҙҙа ҡатынығыҙҙың иң яратҡан эш урыны – аш бүлмәһен матурлап ултырһын өсөн һеҙгә таш ватырға, ер һөрөргә, утын бысырға, бысаҡ үткерләргә, картуф әрсергә кәрәкмәй.
Бының өсөн:
1. “Ағиҙел” журналы” (
https://vk.com/club160399505
) төркөмөндә тоғро ғына торорға;
2. Ошо яҙманы “лайыҡ”лап, үҙегеҙҙең сәхифәгә репост ҡылырға һәм ошоно уйын аҙағынаса беркетергә (прикрепить) кәрәк;
3. Ифрат мөһим шарт! Отошта ҡатнашыусының диуарындағы ошо яҙмаға кәмендә 20 “лайыҡ” сүкелергә һәм 20 репост ҡылынырға тейеш. Әгәр 20-нән әҙерәк булһа, ғәфү итегеҙ, һеҙ бәйгенән төшөп ҡалаһығыҙ;
4. Мөһим киҫәтеү: ҡатнашыусы сәхифәһе уйын аҙағына тиклем асыҡ булырға тейеш;
5. Отошҡа йомғаҡ 7 март 15 сәғәттә рандом програмаһы ярҙамында яһаласаҡ, төркөм диуарында тура эфирҙа күрһәтеләсәк һәм еңеүселәр шунда уҡ иғлан ителәсәк;
6. Театр йылында махсус бүләк! Төп еңеүсенән тыш, өҫтәп, 20 уйынсының һәр береһе Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаларының ике томлығына лайыҡ буласаҡ.
Үҙегеҙҙең фамилияғыҙҙы бүләк отҡандар исемлегендә эҙләгеҙ.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"