Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2019, 14:58

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты Ҡаҙағстан Республикаһы уҡыу йорттары менән килешеү төҙөнө

Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттары, сил ил университеттары менән хеҙмәттәшлек итеү Сибай институты эшмәкәрлегенең мөһим өлөшөн алып тора. Бөгөнгө көндә Сибай институты Болгария, Германия менән, Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларының уҡыу йорттары менән даими хеҙмәттәшлек итә.

Ошо көндәрҙә Сибай институты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Сәлимйән улы Вәлиев етәкселегендәге делегацияһы Ҡаҙағстан Республикаһына барып, ундағы юғары, урта махсус белем биреү учреждениелары менән яҡындан танышып ҡайтты. Умирзак Солтангазин исемендәге Ҡостанай дәүләт педагогия университеты башлыса төбәк өсөн уҡытыусылар әҙерләй. Белем биреү рус, ҡаҙаҡ, инглиз телдәрендә алып барыла. Делегация ағзалары университеттың матди-техник базаһы, уҡыу барышы, тәрбиәүи эштең ҡуйылышы менән яҡындан танышты, ошонда уҡ университет ректоры, тарих фәндәре докторы, профессор Әбил Еркин Аманжолулы менән һөйләшеү уҙғарҙы һәм Сибай институты менән Ҡостанай дәүдәт педагогия университеты араһындағы ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яҡтар белем биреү эшен ике яҡлап алып барырға һәм киләсәктә ике уҡыу йортоноң да дипломына эйә булыу мөмкинлеген ҡараны.
Быларҙан тыш институт вәкилдәре Ҡостанай өлкәһе акиматының мәғариф идаралығы етәксеһе Кусаин Каткенов менән осрашыу уҙғара һәм Ҡостанай өлкәһе менән Башҡорт дәүләт университеты араһындағы хеҙмәттәшлектең перспективалары хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара. Зөлҡәрнәй Алдамжар исемендәге Ҡостанай социаль-техник университетында, Ҡостанай педагогия колледжында, өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә үткән осрашыуҙарҙа студенттар, уҡытыусылар Сибай институтының матди-техник базаһы, уҡыу процесы, белем биреү йүнәлештәре, йәшәү шарттары, төрлө милләт студенттарының үҙ-ара мөнәсәбәттәренә ҡағылған бик күп һорауҙар бирә. Ошонда уҡ уларға институт тураһында буклеттар, брошюралар тапшырыла. Дөйөм алғанда, осрашыуҙар бик йылы, дуҫтарса, туғандарса шарттарҙа үтә һәм хеҙмәттәшлектең киләсәктә ике яҡ өсөн дә тик файҙалы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Рәүилә ХӘСӘНОВА
Читайте нас: