Хәтирәләргә бирелеп киттек, Сәлимйән ағай ипләп кенә асылды, уртаҡ таныштарҙы барланыҡ. Мин һүҙ ыңғайы ағайҙың “тел төбөн” тоҫмалларға тырышам. Үҙе йомарттың күңеле лә йомарт инде, “Башҡортостан”да эшләгән йылдары хаҡында повесть яҙырға вәғәҙә итте. Шәп повесть булмаҡсы!
Һағыналар хәбәрсене – Бөрйәндә лә, Биләриттә лә. Шундай легенда бар: почтальондар ҡышҡыһын сана менән гәзит-журналдар килеп алғас, түҙмәй, “Башҡортостан”ды уҡып ҡайталар икән. Ҡарлы буранда!!! Һис тә шаштырыу түгел, Сәлимйән ағай, легендалар бына шулай тыуа.
Ҡылын сирткеләп ҡарағас, шуны асыҡланыҡ, ағай теге посты әле уҡып өлгөрмәгән. Беҙҙең бәхеткә, тип әйтәйек. Хәйер, дөрөҫ булмаҫ. Ҡыҫҡаһы, ағайҙың күҙҙәре ауыртып тора икән. Ярай, ағай, иҫән-һау бул. Уҡырһың әле. Бәлки, оҡшаһа, яуап та бирерһең. Ә һинең яуапты уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итеү үҙе бер мәртәбә. Бәйләнештә булайыҡ.