Ваҡытты юҡҡа сарыф итеү менән бергә кеше ҡаты күңелле һәм тупаҫҡа әүерелә. Был айырыуса холҡонда етешһеҙлектәр булған кешеләр өсөн ҡурҡыныс. Кеше юҡҡа ғына борсола, күңеле төшә, аралашыуҙан ҡаса башлай.
Был хәлдән ҡотолоуҙың бер нисә юлы бар икән. Өй эштәре менән булығыҙ, урамға сығығыҙ, саф һауа һулағыҙ, кешеләр менән аралашығыҙ. Әлбиттә, компьютер тағы ла арбамаһа һәм ваҡытығыҙ етһә.