Силәгенә күрә ҡапҡасы тигән һымаҡ, команданың иң ҡиммәтле, дөрөҫ булһа, йөҙ миллион һумлыҡ (тағы ла бер тапҡыр тәүбә) уйынсыһы Антон Бурдасов машинаһына үҙенең уйын номерын алған. Бындай машиналар донъяла йылына 3500 дана ғына етештерелә, йөҙләбе Рәсәй олигархтарына һәм уларҙың балаларына һатыла. Так что, беҙҙекеләрҙе белегеҙ. Быйылғы беренсе Ламборгини Урус Өфө урамдарын гөжләтеп йөрөйәсәк, тип беҙгә ҡыуанырға һәм ғорурланырға ғына ҡала. Ә беҙ команда еңелгән һайын көйгән булабыҙ. Эх, егеттәр! Беҙ бит һеҙгә миллиондарҙы боҙҙа тир сыҡҡансы уйнаһындар, беҙҙе ҡыуандырһындар, тип түләгән булғайныҡ. Һеҙ беҙҙе аңламанығыҙ шикелле. Биғәйбә.