Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Февраль 2019, 15:44

Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министрлығы былтырғы йомғаҡтарҙы иғлан итте. БДУ-ның Сибай филиалы Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә.

Министрлыҡ йыл һайын үткәргән һөҙөмтәлелек күҙәтеүендә 1314 юғары белем биреү учреждениеһы, шул иҫәптән 583 филиал, 10 федераль университет, 29 дәүләт тикшеренеү университеты ҡатнашты.

Һөҙөмтәлелек күҙәтеүе үҙ эсенә маҡсатлы ете күрһәткесте ала. Мәҫәлән, “Белем биреү эшмәкәрлеге”, “Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге”, “Финанс-иҡтисад эшмәкәрлеге”, “Профессор- уҡытыусыларҙың эш хаҡы”, “Эшкә урынлаштырыу”, “Студенттар контингенты” һәм “Белем биреү ойошмаһының өҫтәлмә күрәрһәткестәре”.


Ҡыҙыҡһыныусылар һөҙөмтәлелек күҙәтеүе һығымталары менән махсус порталда http://indicators.miccedu.ru/monitoring/_vpo/inst.php?id=10000046 таныша ала. Уға ярашлы, һәр юғары уҡыу йорто һәм филиал хаҡында киң аналитик мәғлүмәт урын алған.


Шуныһы ҡыуаныслы, күрһәткестәргә ярашлы, БДУ-ның Сибай филиалы барлыҡ ете күрһәткес буйынса ла ыңғай баһа алған. Мәҫәлән, ыңғай баһа өсөн иң кәмендә дүртәү ҙә етер ине.


Берҙәм һәм татыу Сибай филиалын сираттағы еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.















Читайте нас: