Ул арала булмай, Рим ағай тағы үҙе килеп сыҡты. Уңай мәлдән файҙаланып, композиторҙың “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәмдәге аудио-яҙмаларымдан “Иртәнге томан”ды ишетерҙем. Мин уның ижадын яратам, уның көйҙәрен тыңлаһам, иң ауыр саҡта ла еңел булып ҡала. Ижади эшмәкәрлеге өсөн үҙенә ысын күңелдән рәхмәт әйттем, бергәләп фотоға төштөк.
Ошо хәбәрҙе кисә сәхифәмә ҡуйғайным, бер нисә сәғәт эсендә – меңдән ашыу, бөгөнгә – ике мең ярым самаһы кеше ҡарап та өлгөргән. Ентекләберәк өйрәнһәм, баҡ тиһәң, Рим ағай менән беҙҙе бәйләгән ижад та бар икән. Белмәй инем, ул да БР Яҙыусылар союзы ағзаһы булып сыҡты. Бына бит, ғүмерҙә бер генә була торған ваҡиға, йәғни, осрашыу, ә күпме ыңғай тәьҫораттар һәм хис-тойғолар. Рәхмәт һеҙгә, Рим ағай! Әле бына һеҙҙең көйҙө тыңлап ултырам.