Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Февраль 2019, 11:08

Яр буйын йүнәтергәме? Әллә күпер төҙөргәме?

Көньяҡ йүнәлештә күпер аша бөкөләрҙә йонсоусы меңдәрсә водитель көн һайын яр буйында барған тиңе булмаған төҙөлөштө тормошҡа ашырыусыларҙы аптырап ҡәһәрләй. Аптырамаҫлыҡ та түгел, яр буйындағы төҙөлөш эштәре ифрат тапҡыр башҡорт мәҡәлендәгесә, ыштан кеймәй генә ҡайыш тағып йөрөгән булдыҡһыҙ егетте хәтерләтә.


Эйе, Ағиҙел аша күпергә ихтыяж күптән билдәле, иң тәүҙә хәл итеүҙе көткән мәсьәлә. Ләкин аҡса юҡ икән. Ә дәүләт яр буйын реконструкциялауға ҡайҙан аҡса тапҡан? Яңыраҡ бындағы төҙөлөш эштәренә сығымдарҙың тағы ла 2,5 тапҡырға артыуы һәм 1,63 миллиард һумға етеүе билдәле булды.
Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы айҡанлы яр буйындағы төҙөлөш эштәре төп объекттарҙың береһе буласаҡ һәм быйыл йәй сафҡа инәсәк икән. Ярай, бирһен хоҙай, бындағы таш һәм тимергә түгелгән миллиардтар өҫтөнән тыҡылдата баҫып атлап йөрөргә яҙһын.
Тик файҙаһын кемдәр күберәк күрер икән? Ярай ҙа элекке һымаҡ яр буйын көньяҡтан килеп тулған йылғыр егеттәр һәм уларҙың урындағы чиновниктар араһынан сыҡҡан нәфселе хужалары үҙ мәнфәғәттәрендә баҫып алмаһа. Аҙым һайын көйҙөрөлгән ит тә, сифатын һатыусылар үҙҙәре лә белмәгән эсемлек булмаҫмы?

Көтөргә оҙаҡ ҡалманы, йәйгә сыҡҡас та белербеҙ.
Читайте нас: