Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Февраль 2019, 11:59

Хөрмәтле ил ағаһы, Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Хөрмәтле ил ағаһы, Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Һеҙҙе күркәм байрамыбыҙ – 85 йәшлек юбилейығыҙ уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ!

Бөгөнгөләй хәтеребеҙҙә Башҡортостандың гөрләп торған саҡтары. Рәсәй буйынса 86-сы урында тапанған республикабыҙ Һеҙ етәкләгән осорҙа беренсе урындарға күтәрелде. Был үтә лә аҡыллы һәм һәләтле етәкселек итеүҙең емештәре ине. Ҡайһа ғына өлкәне алма, ауыл хужалығымы, төҙөлөшмө, сәнәғәтме, мәҙәниәтебеҙме – бар яҡлап ҙур үҫеш кисерҙе. Тап һеҙҙең осорҙа, башҡорт теле дәүләт статусы алды һәм үҙенең лайыҡлы урынын биләне. Бик күп театрҙар, мәктәптәр, дауаханалар асылды, кешеләр фатирлы булды. Бындай хәл Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ ине. Ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан үҫте, төҙөлдө һәм донор республикаға әүерелде. Былар барыһы ла Һеҙҙең эшмәкәрлек емеше. Бөгөн барса халыҡтар һеҙҙе һағынып иҫкә ала, сөнки һеҙ Республиканы үҫтерҙегеҙ, һаҡлай һәм яҡлай алдығыҙ, башҡорт халҡы өсөн генә түгел, бөтә республика халҡы өсөн ҙур эштәр башҡарҙығыҙ. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары күп. Салауаттар, Зәкиҙәр, Мортазалар тыуҙырған халыҡ мәңге йәшәр!


Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һеҙгә,

хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!


"Ағиҙел"дәр.


МОРТАЗА
Тел теленә, ил бүленә...
Ябырылды ҙур ҡаза.
Ҡалҡан булыр ир ҡалманы,
Ҡайҙа беҙҙең Мортаза?
Заманында Башҡорт илен
Данға күмеп күтәрҙе.
Юллы итте халҡыбыҙҙы,
Йортло итте күптәрҙе.
Ишек асты күпме мәктәп,
Төҙөлдө күпме һарай!?.
Һинең ҡылған эштәреңә
Халыҡ һоҡланып ҡарай!
Бәғзеләргә Аҫыл ирҙең
Тынғы бирмәне даны. –
Табылып тора ҡуштандар,
Табылып тора “хамы”!
Маташтылар яла яғып,
Булдылар мыҫҡыл итмәк.
Һин ҡалдырған байлыҡтарҙы
Урлайҙар йөкмәп-йөкмәп.
Һине яҡлап һүҙ әйтмәнек,
Иҫһеҙ булып йоҡланыҡ.
Килде мәле: башһыҙ баштар
Үҙе китте ...уҡланып!..
Эй, Мортаза, рәхмәтебеҙ,
Бәлки, һуң да тойолор, –
Ә барыбер илебеҙҙә
Һиңә һәйкәл ҡойолор!

Салауат ӘБҮЗӘР.


Читайте нас: