Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраль 2019, 14:15

Халыҡты ҡырыуҙы туҡтатырға ваҡыт! Радий Хәбиров федераль законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә.

Контрафакт араҡы һатыу менән бәйле хәл көсөргәнешле килеш ҡала. Хөкүмәттең һуңғы ултырышында был мәсьәлә тағы ла ҡаралды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Йәмәғәт именлеге советына ҡалаларҙа һәм райондарҙа ялған араҡы һатыуҙы туҡтатыу буйынса комплекслы программа төҙөргә ҡушты. Программа февраль аҙағына тиклем әҙер булырға тейеш.

“Ҡабатлап әйтәм, был – ысын мәғәнәһендә геноцид!” – тине Радий Хәбиров.


Радий Фәрит улы фекеренсә, әгәр республика закондарының йоғонтоһо етмәһә, ошо мәсьәлә буйынса федераль закондарға үҙгәрештәр индереү инициативаһы менән сығырға кәрәк.

Республика етәкселеген өлкән йәштәгеләрҙең пенсия аҡсаһына канистрҙарҙан арзанлы араҡы һатып алыу миҫалдары, ҡайһы бер райондарҙа, атап әйткәндә, Әбйәлилдә ялған эсемлектәр һатыу буйынса 258-гә тиклем нөктә булыуы борсой.


Белеп булмай, ялған эсемлектәргә ҡаршы көрәштең быйыл төп сараларҙың береһенә әйләнеүе бик ихтимал.



__________

Оҡшаш мәҡәләләр:
Читайте нас: