Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраль 2019, 11:07

Ҡарт һәм хәлһеҙ кешене ниндәй тормош көтә? Халыҡ артисы һаман урам һеперә. Әллә ул халыҡтыҡы түгелме?

Кисә Раевканың тимер юл станцияһында ике йыл элек булған ытырғаныс ваҡиғаны “Ағиҙел” журналының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнә һалғайныҡ.

Ике полицейский һиҙҙермәй генә килеп, бәлки, аптыраған көндән эскәмйәлә ятҡан таяҡлы ҡартты (һикһән йәштәрҙә булыр) өйрәнелгән хәрәкәттәр менән таш иҙәнгә һөйрәп төшөрә. Ярҙамға мохтаж ҡарт көс-хәл менән урынынан ҡуҙғала. Был осраҡта кешелек сифатынан шыпа мәхрүм полицейский, йәғни, власть кешеһе дәүләттең ысын йөҙөн сағылдырған һымаҡ. Хәҙер аҡса менән иҫәпләйек. Фараз итеүебеҙсә, 12-14 мең һум пенсия алған ҡартлас төпкөл ауылдан дауаханаға килгән булыуы ихтимал. Ул ҡайта алмаған, йә дауаханала эше бөтмәгән. Иң кәмендә 30-40 мең һум эш хаҡы алған, әлбиттә, эшенән һәм эш хаҡынан ҡәнәғәт булмаған асыулы полицейскийҙың юлында ҡарттың тап булыуы, был ваҡиғаны ҡурҡмайынса шым ғына тарихҡа төшөрөп тороусының тура килеүе – осраҡлы хәл. Ә бына ҡартты яҡлаусы табылмауы – ғәҙәти күренеш. Эйе, берәү ҙә яҡлап өндәшмәй. Өндәшеү кәрәкмәҫ тә ине, әгәр власть вәкиле, полицейский, үҙенең вазифаһын еренә еткереп башҡарһа. Иң кәмендә ул ҡарттың хәлен һорашырға, ярҙам тәҡдим итергә тейеш ине. Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә көс органдары кешеләр менән башҡа телдә һөйләшеп өйрәнмәгән. Был күптәнге, үҙәккә үткән бәлә.
Былтыр Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Салауатовтың урам һепереүсе булып эшләүе хаҡында үҙебеҙҙең сайтта яҙғайныҡ. Был хәбәр яҙылыусыларыбыҙ араһында шаҡтай киң яңғыраш тапты, Юнир ағайға әллә күпме мәғлүмәт саралары мөрәжәғәт иткән. “Ниһәйәт, мин ишек алдарын һепергән йорттарҙың кешеләре таный башланы. Туҡтайҙар, хәл белешәләр, һорашалар. – тине Юнир ағай беҙгә. – Тик бер хата киткән, мин бит халыҡ артисы түгел. Телем әсе булғаны өсөн, бер нисә тапҡыр тәҡдим итһәләр ҙә, халыҡ артисы исемен бирмәнеләр”.


Ярай, бирмәһәләр, бирмәгәндәр инде. Бында беҙҙең ғәйеп юҡ. Юнир Салауатов беҙҙең өсөн күптән халыҡ артисы. Күптәр уны яратып, һағынып иҫкә төшөрә. Шуға, ағай, халыҡ артисы булып ҡалығыҙ.


Һиҙәһегеҙме, исемһеҙ ҡарт менән Юнир Салауатов араһында һиҙелер-һиҙелмәҫ бәйләнеш бар бит. Ҡарт ҡаҡ эскәмйәлә ятыуға ла лайыҡ түгелме, әллә халыҡ артисы урам һеперергә тейешме?


Һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: