Әлегә тегенән – ун шешә, бынан ике йәшник ялған араҡы алғандар, тигән ваҡ-төйәк хәбәрҙәр өҫтөнлөк итә. Һүҙ, үкенескә ҡаршы, ҙур булмаған күләмдәр хаҡында бара. Сөнки арзанлы һәм сифатһыҙ араҡы һатып, анһат ҡына аҡса һуғырға өйрәнгән алыпһатарҙар үҙҙәренең табышлы шөғөлөн юғалтмаҫҡа тырышасаҡ.
Ҡаҙағстандан, күрше өлкәләрҙән Башҡортостанға даими рәүештә сифатһыҙ араҡы килеп тора, уны һатыу юлдары һыналған һәм закон боҙоусыларҙы фашлауы еңел түгел.
Башҡа юл юҡ. Артабан да арымай-талмай көрәшергә, законлы юлдар менән эш итергә, яуаплылыҡҡа тарттырырға, күпләп штраф һалырға кәрәк. Штраф күләме араҡы һатыусыға башҡаса был юлға бармаҫлыҡ булырға тейеш.