Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2019, 11:07

Бүреләр ҙә кешеләр һымаҡ икән... Кешеләр ни өсөн үҙҙәренең эргәһендә мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе, ауыр хәлдәгеләрҙе яратмай?

Ғалимдар бүреләр хаҡында тетрәндергес асыш яһаған. Улар ҡорбанын ҡолатҡас, тәүҙә боғаҙын быуып үлтерә һәм шунан һуң ғына ашай башлай. Ә һыртландар (гиеналар) иһә, үлтереп тормай, ҡорбанын тере килеш ашарға тотона.

Баҡ тиһәң, ошондай уҡ йыртҡыслыҡ бүреләр өсөн дә хас икән. Үҙҙәре араһында берәй бүре ауырыһа, хәлһеҙләнһә, йәки оҙаҡ ваҡыт өйөр ашарға таба алмаһа, улар иң көсһөҙөнә йәбешә. Был осраҡта хәлһеҙ бүрене быуып тормай, кемуҙарҙан тереләй ашарға тотоналар. Ошо ваҡиғаның шаһиты булған Швеция ғалимдары быға аңлатма бирә алмаған. Был хаҡта хатта видео яҙмалар бар...

Беҙҙең юғарылағы яҙмаларға әллә ни мөнәсәбәте булмаған бер нисә миҫал һәм видео яҙма тәҡдим итмәксебеҙ. Үткән ял көндәрендә ишетмәгән һәм һөйләшмәгән егетте төнгө клубтан кейемһеҙ килеш ҡыуып сығарғандар. Икенсе осраҡта таяҡлы ҡартты полицейскийҙар урынынан һөйрәп төшөрәләр. Һуңғы хәлде бар тулылығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән видео яҙманы ҡарағыҙ һәм һығымтаны ла үҙегеҙ яһағыҙ.

Читайте нас: