Әлегә һайлау алды рейтингы күптәрҙе телһеҙ ҡалырға мәжбүр итте. Сөнки беренсе урында шоумен Владимир Зеленский бара. Кем ул, тип һораһағыҙ, иҫегеҙгә Алтай губернаторы Михаил Евдокимовты төшөрәбеҙ, тағы ла үҙебеҙҙәге Марсель Сәлимовты миҫал итеп килтерә алабыҙ.
Икенсе урында Юлия Тимошенко, ә өсөнсө урында әлеге Президент – Пётр Порошенко.
Белеүебеҙсә, элекке туғандаш республикала йәшәүселәрҙең тормошо һис тә еңелдән түгел, властҡа берәй кәмитсе килһә, исмаһам, күңеллерәк булыр ине.