Махсус тамға Радий Хәбировтың аккаунтының төп нөсхә икәнлеген раҫлай. Ҡағиҙә буйынса верификация сәйәсмәндең сәхифәһен эҙләгән саҡта иң беренсе итеп күрһәтәсәк. Был республикала йәшәүселәр һәм социаль селтәрҙәр менән ҡулланыусылар өсөн йәтеш. Юғиһә, хәҙер ялған сәхифәләр күп, кешеләрҙең мөрәжәғәте алдаҡсылар ҡарамағына барып эләгеүе ихтимал ине.