Ә юлдарҙағы хәлдәргә килгәндә, хәл-ваҡиғалар һис тә һыйланып, күңел асып йөрөрлөк түгел. Былтыр юлдарҙа 549 кеше һәләк булған, 6 меңләп кеше тән йәрәхәттәре алған. Хәҙер юл саттарында автомобилдәр кешеләрҙе йыш тапата. Бында ҡылынған енәйәттәрҙең 75 проценты йәйәүлеләр арҡаһында икән.
Баш дәүләт автоинспекторы үҙ эшен аныҡ һәм теүәл белә. Ул хәбәрселәргә республиканың иң иҫерек водителенең исемен атаны. Ул кеше Ейәнсура районында йәшәй, иҫерек килеш рулдә ете тапҡыр тотолған. Икенсе урынды алған Стәрлетамаҡ водителе алты тапҡыр эләккән. Өсөнсө урын Өфө водителендә – биш тапҡыр. Штрафтар буйынса рекордсмендар бар. Әлшәй районынан бер водитель йыл эсендә 250 мең һумлыҡ 102 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған. Икенсе урын Илеш районы кешеһендә – 196 мең һум. Өсөнсө урын Өфө водителе – 185 мең һум.
Әйткәндәй, юғарыла иҫкә алынған ғәйеплеләр штраф аҡсаларын тулыһынса түләгән. Аҡсаһын ҡайҙан еткерәләрҙер...
Шулай ҙа, юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Хәйерле юлдар һеҙгә!