Шуға ҡарамаҫтан, 64 процент В. В. Путиндың эшмәкәрлеген хуплай, 34 процент – хупламай. Хөкүмәт башлығы Д. А. Медведевтың эшен, киреһенсә, 33 процент – хуплай, 66 процент – хупламай.
Рәсәйҙәрҙең күпселеге Дәүләт Думаһының эшмәкәрлегенә кире ҡарашта. 64 процент – хупламай, 33 процент – хуплай.
Дөйөм Рәсәйҙә төбәк башлыҡтарының эшен халыҡтың 58 проценты ыңғай баһалай, 39 процент – кире ҡарашта.
Күпселек фекер йөрөтөүенсә, илдә социаль ғәҙелһеҙлек өҫтөнлөк итә, эш хаҡтары, пенсиялар артмай, Хөкүмәт халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн бөтәһен дә эшләмәй.