Кешеләрҙең ышанысын яулағас, был әфәнде ошо ышанысты аҡсаға әйләндерә башлаған. Һигеҙ йыл эсендә уның ярҙамында арзанлы һәм уңайлы фатирҙар алыу мөмкинлегенә алданып, 34 кеше 47 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан.
Хәҙер уның льготалы торлаҡ төҙөлөшө программаһы, төҙөлөш бизнесы хаҡындағы уйҙырмаларын тикшереү органдары өйрәнә, ә үҙе һаҡ аҫтында ултыра һәм ғәйебен таный. Тик бына һеңдерелгән миллиондарҙы 34 кешегә нисек ҡайтарып бирергә уйлай тигән һорауға яуапты оҙаҡламай суд эҙләй башлаясаҡ.