Әлбиттә, һәр нөктә менән республика етәксеһе шөғөлләнә алмай, уның башҡа эштәре лә етерлек. Беҙ район хакимиәтенә шылтыраттыҡ, әлегә яуап көтәбеҙ.
Тағы бер мөрәжәғәт ҡабул иттек, шылтыратыусы: “Аҡса булһа, эшләһә, кеше араҡы һатыу менән шөғөлләнмәҫ ине”, – тигән хәбәр һалды. Сәйер һылтау. Ә ялған араҡы һатып алған кешенең эше бармы? Ғаиләһе ни хәлдә? Балалары ас түгелме? Ошо хаҡта уйларға кәрәк.
Эскеселеккә ҡаршы элек тә көрәшә инек. Тик ул көрәш ҡағыҙҙа ғына барҙы һәм тейешле һөҙөмтә бирмәне. Шуныһы билдәле: беҙгә айнырға һәм эшкә тотонорға кәрәк.