Иҫкә төшмәҫ ине, әгәр республикала власть алышынмаһа, Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашмаһа, Мәскәү юлды төҙөп бөтөүгә 1,5 миллиард һум аҡса вәғәҙә итмәһә. Беҙҙең депутаттар аҡсаны Өфөгә йәлеп итеү өсөн тырыша икән.
Радий Хәбиров та ошо уҡ маҡсат менән Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән осрашасаҡ.
Дәүләт Думаһы депутаттары менән берлектә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында Радий Хәбиров көнсығыш юлға бәйле Өфө ҡала хакимиәтенең элекке башлығы, Дәүләт Думаһының хәҙерге депутаты Павел Качкаевҡа төбәп: “...Павел Рюрикович заманында уйлап сығарылған, ул “соҡоп” бөтмәйенсә, беҙгә ҡалдырған һәм депутатлыҡҡа “шылған”, – тип, өр-яңы ҡанатлы һүҙҙәр осороп ебәрҙе.
Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары Рәсәй ҡаҙнаһынан төбәктәге ун ике проектты тормошҡа ашырыу буйынса финанслау йәһәтенән эшләйәсәк.
Көнсығыш юл үткәргесте төҙөп бөтөргә һәм ҡасан төҙөлгәнен оноторға ваҡыт инде.
Интернеттан алынған фотола: Дағстандағы Гимри автомобиль үткәргесе. Әгәр беҙҙеке төҙөлһә, ошолайыраҡ буласаҡтыр.