2014 йылғы донъя чемпионы Айнур Шәйбәков – 2-се урынды, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡужина – 1-се, ә Айгөл Иҙрисова 2-се урынды яулаған. Улар өсөһө лә заманында Ишембай шашка мәктәбенән сыҡҡан, хәҙер Өфөлә “Башҡортостан” шашка клубы өсөн сығыш яһай.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Айгөл менән Айнур, Тамара апайҙарына эйәреп, короллектең иң “текә” отелендә башҡортса ғына һөйләшеп йөрөгәндәр...ме икән?
Әйткәндәй, Буркина-Фасола ла ҡыш икән, һауа температураһы ла 35-38 градус ҡына йылы икән. Урындағы халыҡ, ҡат-ҡат кейенеп, өшөп йөрөй икән. Беҙҙекеләр 20-25 градус һыуыҡтан килеп төшкәс, әллә ни бирешмәгәндер, тип өмөт итәйек.