Ағыулы эсемлектәрҙе һатыуҙы туҡтатыу өсөн барлыҡ законлы алымдар ҙа файҙалы. “Үлем менән сауҙа итеүҙе хәҙерҙән туҡтатыу хәйерле. Һәр райондың һәр бәләкәй ауылына барып етәсәкбеҙ”, – тип баҫым яһаны Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 ғинуарҙа “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә, “Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ” ижади эштәр конкурсы иғлан иткәйне. Еңеүселәр өсөн тос ҡына бүләктәр ҙә ҡаралған. Ифрат ҡыҙыҡлы материалдар килде, уларҙың байтағы беҙҙең сайттарҙа һәм “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндә донъя күрҙе. Был эште барлыҡ республика кимәлендә йәйелдереү ҙур өмөт уята. Ысынлап та, халыҡ эскеселәрҙән, ағыулы спиртлы эсемлектәр һатыусыларҙан йонсоған. Бындай законһыҙ күренештәргә ҡаршы көрәшергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, барыһын да власть органдарына ғына йөкмәтеп ҡуймайыҡ, үҙебеҙ ҙә ҡушылайыҡ, бергәләп көрәшәйек.