Район үҙәгенән партия, совет органдары, милиция, прокуратура, суд хеҙмәткәрҙәре алмаш-тилмәш ауылдарҙа облава үткәрә. Махсус график буйынса ҡамап килеп төшәләр, иң тәүҙә – мейес башы, келәт, баҙҙар тикшерелә. Хәҙерге һымаҡ, ордер, рөхсәт күрһәтеү юҡ, закон үҙҙәре менән.
Бер көн, уянып китһәк, ауыл “гөр” итеп тора. Дүрт-биш яҡтан ҡамап килеп төшкәндәр, мискәләрен тапҡандар, сығарып түккәндәр. Хатта тымыҡ һауала яңы әсегән бал һәм көмөшкә еҫе таралған. Хәйбрахман бабай һөйләне аҙаҡ: “Тәҙрәнән генә күреп ҡалдым, кәртә аша кереп киләләр. Ә минең мейес башында бер феләк бал геүләп ултыра. Ҡайҙа барырға белгән юҡ. Ул арала булмай, ишек шаҡыйҙар, феләгемде һөйрәп, тегендә лә барам, бында ла барам. Ишекте емереп киләләр. Феләкте бер мөйөшкә түңкәрҙем дә ҡуйҙым. Йәнәһе, буш тора. Килеп керҙеләр, өйҙө вис ҡутарып сыҡтылар. Таба алмайҙар, береһе әйтә: “Еҫе сыға бит”, – ти. Мин әйтәм: “Апайың икмәк әсетергә ҡуйғайны”, – тим. “”Үҙең сығарып бир”, – тиҙәр. “Юҡ, – мин әйтәм, – ана, феләк буш ултыра, киптерергә ҡуйҙым”. Ышандылар”.
Көнө буйы геү килделәр. Байтаҡ самогон аппараты, мискә-феләк йыйылып китте, уларын, ғибрәт өсөн, кәнсәләр алдына өйҙөләр. Обыскы һалыусылар тәүге көн ҡайтманы, иртәгә күрше Юлдашҡа, әллә Яңыбайғамы, барырға итәләр. Кисен тәҙрәгә ҡараһаҡ, атай мәрхүм бер оҙон таҙа бабайҙы эйәртеп ҡайтып килә. Өй эсе менән “аһ” иттек. “Аһ” итмәҫлекме ни, ҡунаҡ саҡырабыҙ, тинем дә баһа! Мейес башында дүрт күнәк һыйышлы мискәбеҙ зымбырлап ултыра. Уны күрмәй үтеп булмай, мейес артында, саҡ һыйып, мискә ултыра, ҡул йыуғыс шунда тора. Уф, нимә эшләргә?
Килеп керҙеләр атай менән теге бабай, һуңынан белдек, судья икән. Фамилияһы әллә Әшербаев булды, онотолған, мөһим дә түгел. Бабай, атайым һымаҡ, һуғышта булған икән. Бер тирәлә һуғышҡандар, таныш ҡалалар тураһында һөйләйҙәр, фронт хәлдәрен иҫкә төшөрәләр. Шунда ишеттем: атакаға барыр алдынан эсергәндәр икән. Икеһе лә, көлөшөп, хәтирәләргә бирелеп киттеләр, ә беҙҙә көлкө ҡайғыһы юҡ, бер генә һорау үҙәккә үтә: судья бабай мискәне күрҙеме икән, юҡмы икән? Бабай телгә оҫта, ҡыҙыҡлы итеп һөйләй, хәтерҙә ҡалған, бар һөйләшеү араҡы, шарап, ҡыҫҡаһы, эскелек хаҡында. Судья әйтә: “Шунда барҙыҡ, ниместәрҙе ҡырҙыҡ, һөрөп сығарҙыҡ, ҡараһаҡ, төпкө бүлмәлә бер мискә ултыра. Анау һеҙҙең мейес башындағы мискәнән саҡ ҡына бәләкәйерәк. Асып ебәрһәк... еҫе таралды, эсе тулы спирт. Командирҙарҙан йәшереп, шым ғына имеп йөрөйбөҙ”.
Эй, хоҙайым, был бит мискәне күргән! Хәҙер сығарып түктерерме икән. Уф, ояты ни тора!
Атай өндәшмәй, ул етди һәм көсөргәнешле. Ә теге судья һаман фронт ваҡиғаларын һөйләй. “Икенсе ваҡыт фашистарҙың йөк машинаһын атып туҡтатҡандар, әрйә тулы төрлө сумаҙандар, ә төптәрәк, һеҙҙекенән ҙурыраҡ булыр, шарап тулы мискә ултыра. Беҙгә, күмәк кешегә, түҙәме инде, ике-өс көндә эстек тә бөттөк”, – ти судья. Атай түҙмәне: “Әллә бынауы мейес башында ултырғанды тәмләп ҡарайбыҙмы?” – ти. Судья әйтә: “Күптән ултырамы, өлгөрҙөмө икән һуң?” – ти.
Ҡалғанын белмәйем, ишетмәнем. Йоҡлап киткәнмен. Бер уянғанда судья йырлай ине. Үҙе көр тауышлы, матур йырлай икән.
“...Һибелә сәсем, һибелә сәсем...”
Ниңә һибелгәндер, белмәйем. Йырлауы ҡолағымда сыңлағандай булды. Ә бына хәҙерге шарттарҙы иҫәпкә алғанда, шул осорҙо иҫкә төшөрөп, ауыл һайын, өй беренсә йөрөп, эскелеккә ҡаршы өгөт-нәсихәт уҡығанда шәп булыр ине.
Хәҙерге аҡыл менән уйлап торам, көрәшә белгәндәр.
Әгәр көрәшмәһәләр, беҙ эскелек тамуғында тонсоғоп, йә ағыуланып үлер инек. Ошо юлдарҙы һеҙ уҡыйһығыҙ икән, тимәк, беҙ бар, тере, шулай булғас, өмөт юҡ түгел.