Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2019, 13:44

Сибайҙарға хоҙай түҙемлек бирһен. Берәүҙәр сереп байығанда, сибайҙар һабырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Ҡалалағы хәлдәр әлегә элеккесә. Республика етәкселеге ҡулдан килгәндең бар мөмкинлектәрен файҙаланып, ҡалала йәшәүселәрҙең хәлен еңеләйтергә тырыша. Ҡырымдар 500 баланы үҙҙәренә ял итергә һәм дауаланырға саҡырҙы. Өфөнән иң яҡшы табиптар мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаулығын тикшерә һәм дауаланыуҙа ярҙам итә.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙе ҡалала ике тапҡыр булып, 1 февралгә килеп тыуған проблеманы хәл итергә ҡушты.

Быҫҡып ятыусы карьер эргәһенә ике ҙур вентилятор ултырттылар. Урындағы техниктар раҫлауынса, тымыҡ мәлдә вентиляторҙар төтөндө һәм ауыр еҫте һауала таратырға тейеш. Тик был ғына ярҙам итерме, әлегә билдәле түгел.
Һуңғы арала Радий Хәбировты Сибайҙа өсөнсөгә көтәләр. Бөтә мәсьләләрҙе республика етәксеһенә япһарып ҡуйһаҡ, дөрөҫ булырмы икән? Уның башҡа эштәре лә баштан ашҡан бит.
Шулай ҙа һорауҙар күп, ләкин яуап ишетелмәй. Мәҫәлән, әлеге быҫҡып ыу сәсеүсе карьер бер нисә тиҫтә йыл эшләй, ә төтөн быйыл ғына килеп сыҡҡан. Проблема ошо көнгәсә нисек хәл ителде икән? Шулай уҡ Урал тау металлургия компанияһы (УГМК) ҡала халҡына нисек ярҙам итергә уйлай? Табыштың ҙур өлөшөн улар умыра бит. Әлеге осраҡта яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алып, ҡалаға ярҙам итһәләр ҙә булыр ине.
Төрлө сәйәси көстәр ҡатмарлы хәлде үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға тырыша. Ярҙам итәһе урынға, былай ҙа насар һауаны болғатырға теләүселәр ҙә табылып тора.

Әлбиттә, билдәле карикатуралар оҫтаһы Камил Буҙыҡаев өндәшмәй ҡаламы һуң инде! Уның һүрәте ысынбарлыҡты тапҡыр һәм үҙ ваҡытында сағылдыра.
Читайте нас: