Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2019, 11:52

Күҙ алдында унлап ауыл юҡҡа сыҡты. Уларҙы нисек тергеҙергә?

Йыл аҙағы-йыл башы, йомғаҡ яһар, һығымталарға килер ваҡыт. Үҙебеҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙҙағы хәлдәрҙе барлайыҡ. Быйыл 1 ғинуарға республикала 4 051 333 кеше йәшәй. Шуларҙан 2 520 808 кеше ҡалаларҙа көн итә, 1 530 525 – ауылдарҙа.

Былтыр йыл башына Башҡортостанда 4 063 293 кеше йәшәгән. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, тимәк, халыҡ һаны 12 меңгә кәмегән. Ябай ғына итеп әйткәндә, меңдән ашыу кеше йәшәгән унлап ауыл юҡҡа сыҡҡан.
Демографик хәл ауылдарҙа ҡатмарлы иҫәпләнә. Сөнки, эш юҡ, медпункттар, мәктәптәр һәм башҡа социаль объекттар ябыла. Кешеләр, эш эҙләп, район үҙәктәренә, ҡалаларға, Себер яҡтарына сығып китә. Ғаиләне аҫырарға, балаларҙы үҫтерергә, һис юғы, кеше һымаҡ йәшәргә кәрәк бит. Уларға ни үпкә инде.
Тағы бер күҙәтеү. Ауылдарҙа йәшәүсе 1 530 525 кешене алайыҡ. Тимәк, халыҡтың 38 проценты, тип әйтерлек, ауылдарҙа йәшәй. Ә кем йәшәгән – белә, унда йәшәү шарттары һис тә еңелдән түгел.
Сағыштырыу өсөн Татарстандағы һандарҙы алайыҡ. Күршеләрҙәге халыҡтың 25 проценты ауылдарҙа көн итә, тимәк, күпселек ҡалаларҙағы уңайлы мөхиттә йәшәй. Татарҙарҙа шулай икән, тип, беҙҙең менән сағыштырһалар, юғарылағы һандарҙы килтерегеҙ.
38 процент хәҙерге тормош стандарттары өсөн шаҡтай ҙур һан иҫәпләнә. Әйткәндәй, башҡорттар, рустар, татарҙар һәм башҡа милләттәр вәкилдәре бер үк шарттарҙа донъя көтә. Ауыл тормошоноң күҙгә бик сағылып бармаған, ләкин һәр милләт өсөн ифрат ҙур һәм әһәмиәтле нигеҙ – унда телдең, мәҙәниәттең, ауыҙ-тел ижадының, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең һаҡланып ҡалыуы. Шулай булғас, беҙгә ауылдарҙы үҫтерергә, йәшәү шарттарын күтәрергә, ауыл кешеһенең тормошон еңеләйтергә кәрәк. Ә был хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: