Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2019, 12:45

Бөгөн беҙҙә байрам. Уның иң ҙур һәм әһәмиәтле үҙенсәлеге нимәлә?

Дөрөҫ һөйләйһегеҙ, дөрөҫ ҡотлайһығыҙ, бөгөн беҙҙә байрам. Тап ошо көндө Әхмәр Үтәбай һәм Салауат Әбүзәр донъяға килгән. Улар икеһе лә “Ағиҙел” журналының ифрат яуаплы хеҙмәткәрҙәре. Ауылса әйтһәк, йөк аттары. Улар өсөн ал да юҡ, ял да юҡ. Әгәр журнал матур сыҡһа, уртаҡ шатлыҡ, тимәк, Әхмәр Ғүмәр улы менән Салауат Нәзир улы бар көстәрен һалғандар. Киреһенсә лә булғылай, бик һирәк. Ҡыш тыуғандар сыҙамлы, түҙемле, егәрле була, тиҙәр. Дөрөҫ әйткәндәр. Әхмәр менән Салауат өлгөһө бөтәһе өсөн дә миҫал.

Хөрмәтле Әхмәр Ғүмәр улы һәм Салауат Нәзир улы! Һеҙ үҙегеҙҙе журналыбыҙ һәм әҙәбиәтебеҙ өсөн ышаныслы, тоғро хеҙмәткәрҙәр итеп раҫланығыҙ. Һеҙҙең ҡулдан килмәгән, йәки, һеҙ яҙа алмаған мәҡәлә юҡ. Уҡыусылар һеҙҙең һәр сығышығыҙҙы көтөп ала һәм йотлоғоп уҡый. Ошонан да ҙур ышаныстың һәм бәхеттең булыуы мөмкинме?
Һеҙ икегеҙ ҙә күптәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Был тормошта иң ҙур еңеү – үҙеңде еңеү. Һеҙ еңеп кенә ҡалманығыҙ, башҡаларҙы үҙегеҙгә эйәрттегеҙ. “Ағиҙел”, “Һәнәк” журналдары, “Башҡортостан журналдары” нәшриәте һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлай, өр-яңы ижади уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләй.
Хәҙер серҙе асабыҙ. Байрамдың иң төп үҙенсәлеге шунда: “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” территорияһында, бына йылдан ашыу инде, спиртлы эсемлектәргә урын юҡ. Был ҡарар коллективтың уртаҡ һәм үҙ-ара килешеп эшләнгән ихтыяры. Бындай шарттарҙа йәшәп буламы? Була! Үҙебеҙ һынап ҡараныҡ. Әхмәр Үтәбай менән Салауат Әбүзәр алдан юл ярып бара. Ә беҙ уларға эйәрәбеҙ.
Тыуған көндәрегеҙ менән, хөрмәтле ҡәләмдәштәр!
“Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары исеменән, Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Әйткәндәй, беҙгә эйәрергә теләүселәрҙе әйҙүкләп ҡаршы алабыҙ.
Читайте нас: