Үткән ял көндәрендә талантлы шағирәбеҙҙе Мәскәү ҡалаһында БР Башлығы вәкиллегендә үткәрелгән ижад кисәһендә ҡотланылар. Йыйылыусылар шағирәнең күңелде арбарлыҡ, йәшәүгә рухландырырлыҡ әҫәрҙәрен тыңланы һәм таң ҡалды. Аһәңле шиғри моңға “Арғымаҡ” этно-рок, “Аҡ тирмә” фольклор төркөмдәренең быуаттар төпкөлөнән килгән, бөгөн дә танһыҡ сығыштары ҡушылып яңғыраны һәм тамаша залы алҡыштарға күмелде.
Мәскәүҙәге төрөк диаспораһы етәксеһе Йософ Шен, ҡырғыҙ яҙыусыһы Маҡсатбәк Гапыров, Евразия һәм Рәсәй халыҡтарының Әҙәби советы рәйесе Маргарита Аль һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар һүҙ тотоп, Лариса Хашим ҡыҙы ижадының юғары әһәмиәтен, уның, талантлы шағирә булыуҙан тыш, үҙ Башҡортостанының илһөйәре икәнен, көслө рухын билдәләне.
Икенсе көнөнә Лариса Абдуллина, уның юлдаштары, мәскәүҙәр менән бергә сәйәси золом ҡорбандары – Муса Мортазин, Муллайән Халиҡов, Харис Йомағолов һәм башҡа сәйәсмәндәр күмелгән ҡәберлеккә зыярат ҡылды һәм доғалар уҡыны.
Ижад кисәһенә тамаша ҡылыусы мәскәүҙәр шиғри күстәнәс өсөн рәхмәттәр әйтте һәм башҡа ижад әһелдәрен дә ҡыйыуыраҡ булырға, киләһе байрамдарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.