Дүшәмбе республика прокуратураһының киңәйтелгән коллегияһында республика етәксеһе ошо хаҡта прокуратура хеҙмәткәрҙәренә еткерҙе.
– Эскеселек кешенең хеҙмәткә һәләтенә лә, ғүмеренә лә, ғаиләһенең именлегенә лә кире йоғонто яһай. Кешеләргә ҡарата геноцидты туҡтатырға ваҡыт! Прокуратура органдарынан, барлыҡ көс структураларынан ялған араҡы һатыуға юл ҡуймау йәһәтенән сара күреүҙе, бөтә райондарҙа һәм ҡалаларҙа иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеү тармағында тәртип урынлаштырыуҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе миҫалға Әбйәлил районын килтерҙе, ошо төбәктә генә 248 урында иҫерткес эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа асыҡланған.
Был хәл, ысынлап та, халыҡтың үҙәгенә үтте. Берәүҙәр яңы шарттар асылыуына ҡыуанып йәшәгәндә һәм эшләгәндә, икенселәр ҡотолғоһоҙ эскелек һаҙлығына бата һәм үҙҙәрен генә түгел, ғаиләләрен, яҡындарын ауыр хәлгә дусар итә. Социаль селтәрҙәрҙә “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмдәре менән “Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ” исемле ижади эштәр конкурсы иғлан иткәйне. Әҙ генә ваҡыт эсендә төркөмдәргә 50 меңгә яҡын кеше керҙе, меңдәрсә кеше материалдарға “лайыҡ” ҡуйҙы һәм күсереп алды. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ауырыраҡ шарттарҙа йәшәгән, ләкин эскелек һаҙлығына батмаған. Ни өсөн хәҙерге быуын эскелекте ғаиләһенән, яҡындарынан өҫтөнөрәк ҡуя? Һуңғы аҙналарҙан ике генә миҫал. Иҫерек ир өс кешене атып үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған. Үткән шәмбе Бишбүләк-Миәкә юлында иҫерек водитель икенсе машинаға бәрелгән, дүрт кеше һәләк булған. Һәләкәттә ғәйепле дым иҫерек водитель үҙе иҫән ҡалған.
Республика етәксеһе дөрөҫ әйтә: “Кешеләргә ҡарата геноцидты туҡтатырға ваҡыт!”