Бындай ғына бурандарҙы күргән бар. Шулай ҙа ит йәрминкәһендә йомошоғоҙ булмаһа, өйҙә генә ултырыуығыҙ хәйерле. "Бәйләнештә"ге
төркөмөбөҙҙә, журналыбыҙ
сайтында Салауат Әбүзәрҙең
“Кисенбикә юлы” повесын ике меңгә яҡын кеше уҡып өлгөрҙө. Мауыҡтыра һәм тетрәндерә. Бынан тыш, Салауаттың
“Мәмерйә”һе, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың
“Эстафета”һы смартфонығыҙҙы, йә компьютерығыҙҙы, буранды онотоп уҡырлыҡ.