“Мин үҙем интернеттың һәм социаль селтәрҙәрҙең табыныусыһы түгел. Атап әйткәндә, миңә китап яҡыныраҡ. Красногорск ҡалаһында эшләй башлағанға тиклем дә социаль селтәрҙәрҙә булманым. Ләкин хәҙер ул беҙҙең өсөн мөһим ҡорал. Сөнки беҙ халыҡ ҡайҙа булһа, шунда булырға тейеш. Әгәр халыҡ социаль селтәрҙәрҙә икән, беҙҙең өсөн икеләнеү юҡ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул интернет өсөн постарҙы үҙе яҙыуын әйтте.
Республика етәксеһе халыҡтың унан ифрат күпте көтөүен белеүен таныны: “Кешеләр күҙ асып йомғансы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар ҡалҡып сығыр, тип көтә. Был бик оҙон юл. Ләкин беҙ шул юлдан барасаҡбыҙ, социаль селтәрҙәрҙә халыҡ менән аралашыу дауам итәсәк”.
Эш сәфәре ваҡытында Радий Хәбиров райондың Йәнекәй ауылында булды һәм үҙенең күптәнге танышы – биш йәшлек Рамаҙан менән осрашты, өйҙә малайҙың ата-әсәһе Әлиә һәм Радмир Зәкирйәновтар менән сәй өҫтәле артында йәнле һөйләшеү булды.
Радий Хәбиров Йәнекәйҙәрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһынды, урындағы халыҡ менән осрашты.