Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ғинуар 2019, 13:24

Ашаған белмәй, тураған белә. Ҡайһы бер түрәләрҙең вайымһыҙлығы аптырата.

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн яңы тарифтар менән квитанцияларҙы алдыҡ. Йылынғы, йыуынғы түгел, йәшәге килмәй. Шул аҡсаға ашарға, кейенергә, балаларҙы ҡарарға кәрәк бит әле. Ә бына Күмертауҙың йылылыҡ селтәрҙәре директоры, һыуҙы нимә менән йылытаһығыҙ, газмы, әллә күмер вағымы, тигән һорауға: “Аныҡ ҡына яуап бирә алмайым, минең мәғлүмәт буйынса, газ һәм күмер валсығы”, – тип, яуап биргән. Хаталанған директор, яуапты дөрөҫ бирә алмаған. Сөнки ҡалала һыуҙы газ һәм күмер вағы менән түгел, балсыҡҡа оҡшаш бер матдә менән йылыталар. Ә хаҡын, газ менән йылытҡан һымаҡ, ҡутарып алалар икән.

Ә бер ҡараһаң, урындағы ТЭЦ-та йылытылған һыуҙы уңайлы кабинетта, йылылыҡ селтәрҙәрен күҙ уңында тотабыҙ, ҡиммәт хаҡҡа һатып ултырған һәм юғары эш хаҡы алған, өҫтәүенә, үҙе һымаҡтарҙы йылы шартарҙа аҫыраған түрәгә газмы, утынмы, күмерме икәнлеге нимәгә кәрәк? Ҡайнар һыуҙы торбалар буйлап ағыҙып ебәрә лә, үҙенең проценттарын ҡушып, квитанциялар өләшә. Ә беҙ ыңғыраша-ыңғыраша түләйбеҙ.
Читайте нас: