Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2019, 11:06

Радий Хәбиров һүҙендә тора белә. Шул сәбәпле, чиновниктарға тынғы юҡ.

Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Республика етәксеһе был эште үҙе контролдә тота. Кисә Радий Хәбиров Өфө ҡалаһында Гоголь урамындағы 80-се йорт подъездарын ҡараны, кешеләр менән аралашты, уларҙың фекерен белде.

Быйыл көҙгә тиклем Өфөлә 1600 подъезд ремонтланырға тейеш. Төп талап – эштәр тиҙ һәм сифатлы башҡарылырға, ошонда йәшәүселәрҙе йонсотмаҫҡа тейеш. Эш күләме билдәле, аҡса мәсьәләһе хәл ителгән, эшкә тотонорға ғына ҡалды.
Читайте нас: