Хәҙер һәр хакимиәт башлығы һәм уның урынбаҫарҙары эш көнөн “Инцидент” аша үҙҙәренең биләмәһендәге мөрәжәғәттәрҙе барлауҙан башлай. Хәҙер система ныҡлы таралыу тапты. Тәүге ике ай ярым эсендә алтмыш меңдән ашыу ялыу килгән, хәҙер бындай мөрәжәғәттәр ике тапҡырға кәмегән.