Бындай юғалтыуҙар һис тә Рәсәй файҙаһына түгел, сөнки демографик көрсөк илдең киләсәгенә янай. Белгестәр был күренеште илдең иҡтисади хәле менән аңлата. Йәнәһе, алдынғы Европа илдәрендә лә төп халыҡ араһында тыуым юғары түгел, үҫеште мигранттар һәм улырҙың балалары тәьмин итә. Икенсенән, демографик көрсөк Һиндостан, Афғанстан, артта ҡалған Африка, Азия илдәрендәге һымаҡ, йәшәү кимәле менән генә бәйләнмәгән.
Тыуымдың кәмеүе, ниһәйәт, Рәсәй Хөкүмәтен дә уйландыра башланы һәм ошо йәһәттән дәүләт программаһы әҙерләнә. Әгәр ниәттәр тормошҡа ашһа, 2036 йылға Рәсәйҙә 153 миллион кеше йәшәргә тейеш. Белмәйем, белмәйем, ябай халыҡтың тормош кимәле түбәнәйһә, эш хаҡы кәмеһә, һалымдар һәм башҡа түләүҙәр артһа, ниәттәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫмы икән?
Фото интернет селтәренән алынды.