Дөйөм мәҡәләләр
24 Января 2019, 06:35

Алма-Атала – Мостай Кәрим урамы. Ҡаҙағстанда Башҡортостандың халыҡ шағирын онотмайҙар.

Алма-Атаның иң ҙур төбәктәренең береһендәге урамға хакимиәт ҡарары менән Мостай Кәрим исеме бирелде.

Шағир үҙе иҫән саҡта Алма-Атаға йыш барған, уның дуҫтары күп булған. Әбү Сәрсенбаев менән һуғышта танышҡан, йәшерәктәрҙән – Сабит Досанов улына Мостафа тип исем ҡушҡан. Ҡаҙағстан театрҙарында Мостай Кәримдең пьесалары ҡуйылған, нәшриәттә китаптары сыҡҡан.
Читайте нас