Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ғинуар 2019, 12:02

Радий Хәбиров көҙгө һайлауҙарға “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе менән бергә барасаҡ.

Оҙаҡламай Радий Хәбировтың Башҡортостанға триумф менән әйләнеп ҡайтыуына дүрт ай буласаҡ. Ҡағиҙә булараҡ, сәйәсмәндең һәр көнө һанаулы, ә һәр аҙымы һайлаусыларҙың күҙ алдында. Ошо аҙнала матбуғат сараларына биргән интервьюһында Радий Хәбиров көҙ республика башлығын һайлау кампанияһында ҡатнашасағын һәм һайлауҙарға “Берҙәм Рәсәй” менән бергә барасағын белдерҙе. Рәсәйҙең алдан белеп булмай торған сәйәси майҙанында берәүҙәр “Берҙәм Рәсәй”ҙән өнһөҙ генә ситләшергә ынтылғанда һәм быны төбәк йәки дәүләт мәнфәғәттәре менән аҡларға тырышҡанда, Башҡортостан етәксеһенең шаҡтай ауыр осор кисергән партиянан маҡсатлы баш тартмауы ихтирам һәм хөрмәт тойғоһо уята.

Башҡортостан яҙмышында хәл иткес урын тотҡан 2003 йылдың йәйендә сәйәсәткә килгән Радий Хәбиров 15 йыл эсендә БР Президенты Хакимиәте Етәксеһенән 2008 йылда нахаҡҡа эҙәрлекләүҙәрҙе еңеп сығып, Рәсәй Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығында дәүләт ҡоролошоноң төп йүнәлештәрен билдәләүсе федераль кимәлдәге тәжрибәле һәм абруйлы етәксегә тиклем үҫте.
Радий Хәбировтың былтыр 11 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе власть вертикале күҙгә күренеп ҡаҡшаған, инвестициялар килмәүҙән кемде ғәйепләргә белмәгән, һил тормошҡа, өмөтһөҙлөккә бирелгән, коррупцияға батҡан республиканы уятып ебәргән һымаҡ булды.
Ғәжәпләнергә түгел, элекке Башлыҡ Рөстәм Хәмитов үҙенең төп көстәрен, барлы-юҡлы һәләтен беренсе Президент Мортаза Рәхимовҡа ҡаршы тиңһеҙ көрәшкә исраф итте. Һөҙөмтә билдәле, Рәхимов та, Хәмитов та бер-береһен еңә алманы, республиканың абруйы ғына төштө, билдәһеҙлектән халыҡ йонсоно һәм арыны. Ике сәйәсмән айҡашҡанда һәр ваҡыт халыҡ еңелеүсән. Был низағлы алыштың бер файҙаһы ла булды, Радий Хәбиров юғары вазифаға тәғәйенләнеүенең иң тәүге көндәрендә үк берләшергә, республикала һуңғы йылдарҙа йыйылған проблемаларҙы уртаҡ көс менән хәл итергә саҡырҙы. Рәхимовҡа ла, Хәмитовҡа ла үҙенең берҙәй үк мөнәсәбәтен белдерҙе.
Радий Хәбировтың ҡайтыуының тәүге һөҙөмтәләре күренә башланы. Яңыраҡ матбуғатта һуңғы осорҙа республикаға 60 миллиард һум инвестициялар йәлеп ителеүе хаҡында мәғлүмәттәр билдәле булды. Әлбиттә, башҡа төбәктәр менән сағыштырһаң, әллә ни ҙур түгел. Ләкин ҙур эштең башы икәнлеген онотмайыҡ.
Былтырғы тормоштан бер миҫал. Яҙғыһын Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республиканың абруйлы делегацияһы Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашты, 35 миллиард һумлыҡ инвестицияларға ниәттәр протоколы төҙөнө, быны төбәк матбуғатында ҙур уңыш һәм еңеү сифатында күрһәтте. Шул уҡ форумда Рөстәм Миңлеханов етәкләгән Татарстан делегацияһы өс триллион һумлыҡ төрлө кимәлдәге инвестициялар йәлеп иткән һәм быны ғәҙәти эш тип баһалаған.
Тимәк, быйыл 8 сентябргә тиклем беҙҙә анһат тормош булмаясаҡ. Башҡортостанда электән һайлау кампаниялары еңел үтмәй. “Һайлауҙарҙың ғәҙел һәм үтә күренмәле булыуын тәьмин итеү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров. Әлегә республика етәксеһенә ҡарата ыңғай ҡараш өҫтөнлөк итә, күпселек уның тәүге аҙымдарын хуплай. Һаулыҡ һаҡлауҙа йыйылған кәмселектәрҙе хәл итеү, ҙур ҡалаларҙа транспорт реформаһы үткәреү, ябай халыҡтың тормошон мөмкин тиклем еңеләйтергә тырышыу үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаҫ.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына талапсан, тынғыһыҙ, әгәр кәрәк икән, ҡаты ҡуллы, иң мөһиме, республикалағы проблемаларҙы һәм кешеләрҙе белгән етәксе килде. Радий Хәбиров эшләйәсәк һәм уның ҡулы аҫтындағыларға тынғы булмаясаҡ.
Шулай ҙа һорау бар: ябай халыҡ етәксенең нисек эшләгәнен күрә, кемгә өҫтөнлөк бирергә икәнлеген үҙе хәл итә. Ә бына һуңғы осорҙа һил һәм тыныс тормошҡа күнеккән, аҙ эшләп, ҙур эш хаҡы иҫәбенә үҙ мәнфәғәттәрен генә хәстәрләргә өйрәнгән төрлө кимәлдәге номенклатура ниндәй яуап бирер икән? Миҫалдармы?.. Юғарыла иҫкә алынған транспорт реформаһын барлайыҡ. Элек-электән был бизнес йоғонтоло чиновниктар һәм уларҙың ағай-энеләре, тыуған-тыумасалары, эйәрсәндәре ауыҙында булды. Бизнестың был төрөндә йыл һайын, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, 2 миллиард һумдан 4-5 миллиардҡа тиклем аҡса өйөрөлә. Номенклатура был байлыҡты анһат ҡына үҙ ҡулдарынан ысҡындырмаясаҡ, юғалтылған малды кире ҡайтарырға тырышасаҡ.
Аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән “Башҡорт сода компанияһы”ның Кипрҙа ҡыҙыныусы беҙ күрмәгән-ишетмәгән хужалары Ҡуштау менән генә ҡәнәғәт түгел, һаман да Торатауға ынтыласаҡ. Уларға олигархтар мәнфәғәтен яҡларлыҡ етәксе кәрәк. Мәғлүмәт сараларында ваҡыт-ваҡыт күренеп ҡалған дөрөҫлөгө самалы материалдар хәҙерге власҡа ҡарата шик уятыу, уның абруйын төшөрөү өсөн эшләнә.
Әле һайлауҙар үтәсәк 8 сентябргә тиклем ете айҙан ашыу ваҡыт бар. Төрлө кимәлдәге сәйәси технологтар, эксперттар, аналитиктар үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырлыҡ һәм мул түләрлек кандидат эҙләй. Фараз ителеүенсә, Башлыҡ вазифаһына дәғүә итеүселәр дүрт-биш кеше булыуы бик ихтимал. Дәғүәселәр һаны күпме генә булмаһын, еңеүсе мандаты берәүгә генә тапшырыла. Бер кешене алдап була, ләкин күмәк халыҡты алдаштырыу мөмкин түгел. Ә күпселек һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләүсе, ысын мәғәнәһендә, кешеләр файҙаһына эшләүсе һыналған кандидат өсөн тауыш бирә.
Читайте нас: