“Республика етәксеһе нибары өс ай ғына эшләй, шул арала уның бик күп мәсьәләләрҙе хәл иткәнен һеҙ беләһегеҙ, – тине Ринат Бәширов. – Хәҙер бер хакимиәт башлығы ла тыныс ҡына ултырмай. Радий Фәрит улы үҙе таң менән эшкә килә, эшенән сәғәт төнгө ун икелә ҡайта. Нибары биш кенә сәғәт йоҡлай. Ул бөтә башлыҡтарҙы ла, һәм һеҙҙекен дә, эшләргә мәжбүр итә. Ул һәр нәмәгә, һәр автобусҡа барып етә. Беҙ һәр урында тәртип урынлаштырасаҡбыҙ, ләкин бының өсөн аҡса кәрәк. Шул уҡ транспортты алайыҡ, һеҙ беләһегеҙ, көн һайын ундарса миллион һум айырым кешеләрҙең кеҫәләренә аҡҡан, беҙ уны туҡтаттыҡ, был аҡсалар, аҡрынлап, автобустар, лампочкалар һатып алыуға китәсәк. Беҙ уны ҡалаларға һәм райондарға бүләсәкбеҙ. Мин шуны беләм: атмосфераға зарарлы матдәләрҙең эләгеүе социаль ғәҙелһеҙлеккә килеп ҡушыла һәм бөтөнләй икенсе төҫ ала. Әгәр һеҙҙә бөтәһе лә яҡшы булһа, Сибайҙағы бөгөнгө хәлгә аңлап ҡарар инегеҙ. Әлегә был юҡ, беҙ тик эштәрҙе яйға ғына һалабыҙ, беҙгә ошо мөмкинлекте бирегеҙ. Беҙгә баҫым яһамағыҙ. Беҙҙең бик көслө команда, беҙ бөтәһен дә хәл итәсәкбеҙ. Эҙмә-эҙлекле. Һәр лампочканан алып, комбинатҡа тиклем, беҙ һәр береһенә барып етәсәкбеҙ”.