Был юлы телевизорҙан көн дә китә белмәгән Захарова менән Соловьёв Чубайсты урынына ултыртып ҡуйҙы. Ябай ғына итеп, халыҡтың ни өсөн һәм кем тарафынан бөлгөнлөккә ҡалдырылыуын төшөндөрөп бирҙеләр. Тегеңә, көлкөгә һабыштырып булһа ла, ғәйебен танып, бирелеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ни хәл итәйек, тыуған илде һайлап тыумайҙар икән шул. Юғарыла иҫкә алған һорау алыуҙа рәсәйҙәрҙең 37 проценты бер-беребеҙгә тупаҫ мөғәләмәнән ояла икән. Хәйер, аҙ эш хаҡына һәм пособиеларға көн иткәндәрҙең кәйефе күтәренке генә түгелдер. “Астың асыуы яман”, тип ата-бабалар беҙҙең хаҡта әйткәндер. Шыпа артып килгән фатирға түләүҙәр, бығаса беҙ белмәгән сүп-сар өсөн дә аҡса һурыуҙар, һалымдарҙың артыуы, әлбиттә, ҡыуандырмай. Үс, мәкер, уҫаллыҡ рәүешенә инеп, эргәләгеләргә ябырыла.
Иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡарайыҡ. Бәлки, хөкүмәт тигәнебеҙ беҙҙең барлыҡты күңеллерәк осраҡтар менән бәйле иҫкә төшөрөр, эш хаҡы, пенсиялар артып ҡуйыр. Нимә генә булмаһын, кеше булып ҡалайыҡ. Беҙҙең урамға ла байрам килер әле!