Әлеге күҙәтеүҙән шундай һығымта яһарға мөмкин: Хәбировты тормош ныҡ сыныҡтырған, тимәк, ул һыуыҡтарға ғына бирешерлек түгел. Өҫтәүенә, спорт менән ныҡлы шөғөлләнергә лә ваҡыт табалыр, тип фараз ҡылырға ҡала.
Үтә иғтибарлылар үткән йөҙ көн эсендә Радий Хәбировтың сәстәренең күҙгә күренеп салланыуын күҙ уңынан ысҡындырмай. Был осраҡта мәшһүр Рәшит Солтангәрәевтың: “Аҡ булһа ла, сәс бит әле ул”, – тигән һүҙҙәрен генә иҫкә төшөрөргә ҡала.
Фото интернет селтәренән алынды.