Яҙыусы үҙенең эшҡыуар коллегалары менән Өфө эргәһендә байтаҡ ер һатып алған һәм ошонда торлаҡ төҙөлөшө менән шөғөлләнергә теләй. Флүр Миңшәриф улы билдәләүенсә, яңы ауыл урамдарының береһендә ҡырҡ-илле участок торлаҡҡа мохтаж яҙыусыларға һәм журналистарға бүленәсәк.
Бирһен хоҙай, Өфө ҡалаһында бындай эш менән күптән шөғөлләнеүсе юҡ ине. Яҙыусының изге маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Кем белә, бәлки был хаҡта өр-яңы роман да ижад ителер, әҫәр лайыҡлы баһаһын да алыр, тип көтәбеҙ.