Газ өсөн түләүҙәр Чечня халҡын да йонсота икән, түләнмәгән бурыстары 9 миллиард һумға еткән. Шул сәбәпле, Грозный мэры дүрт райондың башлығын эштән ебәргән. Район суды “Газпром”дың урындағы бүлексәһе тарафынан 9 миллиард һумды юҡҡа сығарыу хаҡында хөкөм ҡарары сығарған. Ҡарар урындағы прокуратураның сайтында донъя күргән. Суд урындағы “Газпром межригионгаз Грозный” дебитор бурысты, ваҡыты үтеү сәбәпле, юҡҡа сығарыу хаҡында законды үтәмәгән, тип тапҡан.