Ҡыҙ бер үҙе тороп ҡала, етмәһә, уның ауырлы икәне асыҡлана. Етем ҡыҙҙың хоҡуҡтарын һаҡларға һәм яҡларға бурыслы опека органдары үҙ вазифаһына яуапһыҙ ҡарай. Ҡыҙ, ярҙам һәм теләктәшлек эҙләп, егетенең ғаиләһенә барып ҡарай. Ғаилә етем ҡыҙҙы ҡабул итмәй. Егеттең әсәһе тыумаған баланың ДНК анализын килтереүҙе талап итә. Битарафлыҡ һаҙлығына батҡан ҡыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүсе табылмай. Ҡыҙ үҙенә үҙе ҡул һала.