Бухгалтер, иҡтисадсы халҡының ғүмере сикләнгәнлеген тойомлайбыҙ, компьютерҙар уларҙы алмаштырыр, юристарһыҙ ҙа йәшәп булыр, ә бына полицейскийҙар беҙһеҙ нимә эшләр икән? Кемгә штраф, кемгә ришүәт һонороға? Аңҡы-тиңке килеп йөрөргә тура килерме икән?
Ышанмай, сара юҡ, донъя алға бара, уны бер нисек тә туҡтатып булмай. Бынан егерме йылдыр элек кеҫә телефонының нимә икәнлеген дә белмәй инек. Ә хәҙер ул беҙгә тамам хужа булып алды, йәшәү рәүешенә әйләнде һәм аңдарыбыҙҙы томаланы. Шунан һуң һатыусылар һәм водителдәр һөнәрҙәре юҡҡа сығасаҡ тигәнгә ышанмай ҡара инде.
Фото http://plus-one.rbc.ru сайтынан алынды.