Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2019, 12:36

Йылға йомғаҡ шул: “Ағиҙел” журналы – республика конкурстары еңеүсеһе!

Бөгөн журналыбыҙ бер түгел ике һөйөнөс кисерә.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, редакциябыҙ “Ғаилә биҙәктәре” республика конкурсында “Республика киң мәғлүмәт сығанаҡтарында ғаилә йылын иң яҡшы яҡтыртыуы өсөн” номинацияһында – икенсе, Башҡортостан Республикаһында наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау конкурсының “Республика гәзит-журналдарында наркоманияны иҫкәртеүҙе һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы ойоштороу” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.