Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2019, 11:22

Иң тәүҙә араҡы ғәйепле. Айныҡ кеше бындай яуызлыҡ ҡылмай.

Йәмәғәтселек Учалылағы енәйәтте тикшерә һәм ғәйеплене асыҡларға тырыша. Кеше үлтереүсе мәрхүмдең холҡонда ыңғай сифаттарҙы табыусылар ҙа бар. “Һәйбәт кеше ине”, – тиҙәр, аптыранып. Һәйбәт кеше ине... Беҙҙең халыҡ кешене күрәләтә яманларға ашыҡмай, уны яҡшы кеше итеп күрергә ынтыла. Шуныһы мәғлүм, һәйбәт кеше айныҡ килеш бер ваҡытта ла ҡоралға йәбешмәй һәм кеше үлтермәй. Бәлки, үлтереүсе эшһеҙ ҡалғандыр, аҡсаһыҙлыҡтан, ғаиләләге низағтарҙан йонсоғандыр, тип фараз ҡылырға ҡала. Хәйер, кафела төнө буйы ултырып, юҫығыңды һәм аҡылыңды юғалтҡансы эсеү өсөн дә аҙмы-күпме аҡса кәрәк.

Был фажиғә эскеселеккә ҡаршы көрәште киңерәк йәйелдереү өсөн, үкенескә ҡаршы, тағы ла бер етди сәбәп булып тора. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” һәм “Ағиҙел” журналы” төркөмдәре менән “Минең тормошомда эскеселеккә урын юҡ” конкурс иғлан итеүебеҙ ҙә шул маҡсаттан сығып ойошторолғайны. Сайттағы фекерҙәштәребеҙҙең бәйгене күтәреп алыуы – шуға дәлил.
Кешеләр ни өсөн эсә? Эскелектән ҡотолоу юлы бармы? Әйҙәгеҙ, бергәләп эҙләйек. Әгәр тартынһағыҙ, хаттарҙы исемһеҙ, йәғни, аноним бирә алабыҙ. Бына шундай хаттарҙың береһе:


“Беҙ ауылда үҫкән саҡта ҡунаҡҡа саҡырышыу, өмә үткәреү, туйҙар һәм башҡа саралар спиртлы эсемлектәрҙән башҡа үтмәй торғайны. Ауылда иҫерек ирҙәр байтаҡ ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың самаһыҙ эскәнен артыҡ хәтерләмәйем. Уҡытыусылар, күбеһе ситтән килгәндәр, бик ҡыҙып китеп әрләгәндә: “Һеҙ – алкаш балалары! Һеҙ үҙегеҙ ҙә алкаш буласаҡһығыҙ! Фермала мал көтөп, тиреҫ ҡутарып йөрөйәсәкһегеҙ”, –тип һөрәнләйҙәр ине. Уҡытыусылар үҙҙәре лә “төшөргөләй” ине. Береһен хәтерләйем, сәрелдәп әрләне-әрләне лә, башын өҫтәлгә һалып, йоҡлап китте. Беҙ шаярып, уйнап тик йөрөйбөҙ. Йыйыштырыусы апай кереп: “Ағайығыҙ бәжегән, өйөнә оҙатып ҡуйығыҙ”, – тине. Тиҙ генә бәләкәй ҡул арбаһы килтерҙек тә, ағайҙы өйөнә оҙатып ҡуйҙыҡ. Ул аҙаҡ ауылда мулла булып йөрөнө. Араҡыны беренсе тапҡыр етеләме, һигеҙҙәме уҡығанда класс менән иллешәр тиндән йыйылышып, Яңы йылды ҡаршылағанда тәмләп ҡараным. Дөрөҫөн әйтәм, тәүҙә оҡшаманы. Аҙаҡ, башҡа сығып киткәс, күңел асылғанын хәтерләйем. Мәктәпте тамамлағанда эскенең “ҡәҙерен” белгән егет инем. Армияға араҡыға батырып, тигәндәй, оҙаттылар. Ҡайтыуыма – шул уҡ хәл. Баяғы, колхозда тракторист булып эшкә төштөм. Өйләндем. Балабыҙ тыуҙы. Өй төҙөргә тотондом. Өйҙө төҙөп бөткәндә мин ныҡлы эсә инем. Айныҡ көнөмдө хәтерләмәйем, бәлки, булмағандыр. Минең ғаиләм тарҡалырға тейеш ине. Мин көс таптым, бер көн килеп, эскелектән арындым. Иптәштәр саҡыра, бармайым. Ҡатыным аптырай башланы, заманалар үҙгәреп китте. Күпләп мал аҫырарға рөхсәт килде. Хәҙер беҙҙең – унлап һыйыр, егермеләп һарыҡ. Донъя көтөү ауырлашты, ләкин эсергә теләгем юҡ. Ике улым, ҡыҙым үҫеп етте, ейән-ейәнсәрҙәр дүртәү. Шуларҙы бағышырға кәрәк. Эсмәйенсә йәшәп буламы? Мин үҙем өсөн иҫбатланым: йәшәп була. Һеҙгә лә шуны теләйем”.
Һеҙҙең яҡындарығыҙ эсеүҙе ташлаһын өсөн беҙ тағы ниндәй дәлилдәр килтерәйек? Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә һүҙ-кәңәш менән булһа ла ярҙам итәйек.
Читайте нас: