Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ғинуар 2019, 13:08

Учалыны хәҙер барлыҡ Рәсәйҙә беләләр. Иҫерек ир өс кешене атып үлтергән.

Үкенескә ҡаршы, был криминаль мәғлүмәт беҙ өҫтөнлөк бирә торғандарҙан түгел. Ғаилә башлығы урындағы кафела төнө буйы эсеп иҫергәндән һуң өйөнә ҡайтҡан һәм ҡулына мылтыҡ алған. Һуңғы сиккә еткән ир ҡатынын һәм ике күршеһен атып үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған.

Был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Беҙ мәрхүмдәрҙең балаларын һәм яҡындарын уйлайбыҙ. Был тиклем дә ҡайғы алдында иң ныҡ һәм ихтыярлы кеше лә көсһөҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә көс һәм һабырлыҡ бирһен. Мәңге бөтмәй торған, йөрәкте көн һайын һулҡылдатып торған, ғүмерҙә лә онотолмаҫ ҡайғылар була. Түҙемле булығыҙ, тип әйтеүҙән башҡа һүҙ таба алмайбыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ҡайғырабыҙ.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: