Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ғинуар 2019, 13:53

Учалылағы атыуҙар иҫкәртеү булып яңғырай. Бындай енәйәттәр Рәсәйҙә ғәҙәти күренешкә әйләнде.

Илдә эскеселектең сәскә атыуы, дөйөм ҡәнәғәтһеҙлек беҙҙең йәмғиәтте яңы һынауҙар алдына ҡуймағайы. Атыу тауыштарына, кешеләрҙең ҡырылыуына ғәжәпләнмәҫкә лә өйрәнәбеҙ шикелле.

Халыҡ эскеселек менән көрәшеүгә ҡушылырға үҙе лә әҙер һымаҡ. Бәләкәй генә бер миҫал: 10 ғинуарҙа “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” һәм “Ағиҙел” журналы” төркөмдәре менән “Минең тормошомда эскеселеккә урын юҡ” конкурсы иғлан иткәйнек. 4-5 көн эсендә 12400-ҙән ашыу кеше кергән, 82 кеше бүлешкән, 300-ләп “лайыҡ” ҡуйғандар, 800-ләп кеше сайттан уҡыған. Ярты йыллап сайтта эшләү дәүерендә бындай күрһәткескә беренсе тапҡыр өлгәшәбеҙ. Беҙ быны халыҡ эскеселектән йонсоған, яҡындарын, милләттәштәрен айнытырға теләй, аптыраған көндән, бер файҙалы кәңәш көтә, асырғаланып, көрәшеү юлдарын эҙләй, тип аңланыҡ.
Иң тәүге ике материал да шул хаҡта һөйләй. Бөрйәндән Гәүһәр Ҡолһаринаның мәҡәләһе һәм Күгәрсендән Фәимә Аҡъюлованың видео-яҙмаһы менән танышҡанда күҙ йәштәрен тыйыуы ҡыйын. Ни хәлдәр итәйек, беҙҙең ҡулда башҡа ҡорал да, сара ла юҡ. Шул хаҡта яҙайыҡ, һөйләйек, исмаһам, бер кеше ишетер, уҡыр һәм ғибрәт алыр.
Читайте нас: