– Әҙәм балаһы өсөн тормошта иң мөһим төшөнсә нимә? – тип һорай бер мәл остаз уҡыусыһынан. – Туҡта, әлегә яуап бирмәй тор. Уйларға бер тәүлек ваҡыт бирәм.
Уҡыусы өйөнә ҡайта ла, күп тә үтмәй, кире йүгереп килә.
– Тормошта иң мөһиме – бәхет! – тип белдерә ул остазы эргәһенә етер-етмәҫтән.
– Тағы ла уйлаңҡыра әле, – тип йылмая уҡытыусы. – Ҡабаланма.
Уҡыусы тағы, тағы килә, әммә уның яуаптары ҡабул ителмәй. Уңыш, дан, матурлыҡ, мөхәббәт... Остаз уларҙың береһе менән риза түгел, ә ваҡыт үтә. Бына-бына тәүлек етәсәк.
Уйлап-уйлап, һуңғы минуттарҙа ҡабаланып йүгереп килә малай:
– Ваҡыт! Тормошта иң мөһиме – ул, уҡытыусым!
Остаз ҡәнәғәтлек менән йылмайып ебәрә.
Ошо хикмәттән күренеүенсә, ысынлап та, тормошта иң мөһиме ваҡыт икәненә күптәребеҙ инанғандыр. Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, дөрөҫ йәшәгәндә, бәхет тә, һаулыҡ та, уңыш та, матурлыҡ та, мөхәббәт тә була. Бер бирелгән ғүмерҙе бушҡа уҙғармаҫҡа, гелән алға ынтылырға тейешбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ ҙә ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға, абынғанда, кире тороп баҫырға, алға барыуҙан туҡтамаҫҡа бойорған. “Әгәр ҙә ки өммәтемдең ике көнө бер тигеҙ икән, был – ҙур отолош”, – тигән ул. Ошо һүҙҙәрҙе һис ҡасан иҫебеҙҙән сығармайынса, халҡыбыҙға хас ихтыяр көсөн юғалтмайынса, юғарылыҡҡа ынтылып йәшәһәк, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлаһаҡ, һәр минутыбыҙҙың, көнөбөҙҙөң ҡәҙерен белһәк, тормошобоҙ нурланып балҡыр.
Фото artfile.me сайтынан алынды.