Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ғинуар 2019, 16:56

"Мин дә китәм инде шул яҡтарға ҡарап, Тик үкенмәмме икән, үкенмәм?.."

"Ағиҙел" журналы менән "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнөң эскелеккә ҡаршы яҙмалар конкурсы иғлан иткәнен уҡығас, күҙҙәремә йәш бәреп сыҡты. Эйе, бик кәрәк бындай саралар! Замана афәтенә ҡаршы бергәләп өҙлөкһөҙ көрәшергә бурыслыбыҙ. Ошо уңайҙан үҙемдең ике йыл элек "Башҡортостан"да сыҡҡан мәҡәләмде тәҡдим итәм. Конкурста ҡатнашмайым, башланғысты хуплауымды ғына белдерәм. "Был яҙмаң сыҡты бит инде, ниңә һаман һөрән һалаһың?" - тиер ҡайһы берәүҙәр. Әлеге йәһәттән оран һалыу туҡтауһыҙ дауам итергә тейеш! Минең - эскелек сәбәпле яҡындарын юғалтып, ҡара ҡайғыға ҡалған ҡатындың - йөрәк зары күптәрҙе уйландырыр тигән ышаныстамын.


Йөрәгемдең әрнеүе, һыҡрауы, һыҙлауҙары... Эскелек... Күпме яҡындарымды тартып алды ул һаҙлыҡ... Ҡайҙа һуң был афәттән ҡотолоу юлдары?
...Тағы бер ҡустымды юғалттым. Әзмәүерҙәй ир. Шул ҡәҙәр эшһөйәр, егәрле. Һис ҡасан алдашманы, урлашманы, ғәҙел булды. Бала сағынан йүгереү, саңғы, милли көрәш буйынса алдынғылыҡты бирмәне, егет ҡорона аяҡ баҫҡанда иһә көслө спортсы тигән даны тирә-яҡҡа таралып өлгөргәйне. Мәскәүҙә үткән донъя марафонында ҙур уңыш ҡаҙанып, төбәгебеҙҙең бәҫен арттырған мәле иҫкә төшһә, күңелем әле лә ғорурлыҡ менән тулыша.
Шәп гармунсы ине үҙе. Ҡушылып йырлап та ебәрһә, сәхнә оҫталарың ары торһон! “Ишкәксе”һенең моңо һаман йөрәкте телә:
“Мин дә китәм инде
Шул яҡтарға ҡарап,
Тик үкенмәмме икән, үкенмәм?..”
Эйе, китте. Аллаһ Тәғәләнән бирелгән дарман, ҡеүәт, талант ерләнде. Ә күпме үкенес, үҙәктәрҙе өҙөр ғазап ҡалды! Ҡул һәм күңел көсө, ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә емертеп эшләй, донъя көтәм, уны-быны алам тип хыяллана ине лә бит ҡустым... Хатта быйыл ҡыш яңынан саңғыға ла баҫҡайны. Тик еңә алманы юлына арҡыры сыҡҡан “ҡара йылан”ды: ҡара көсө менан тапҡан аҡсаһы шул “тройной”, “фанфурик”, “самопал”дарға китте...
Ә был ағыуҙарға юл көнө-төнө асыҡ. Ҡырҙан күпләп алып ҡайтып, хаҡын арттырып һатҡандар, хатта залогка биреп торғандар бар. “Ауырый бит, йәлләп тоттороп сығарабыҙ”, – тиҙәр. Кешене эсереп дауалау мөмкинме һуң? Йәлләү буламы был? Киреһенсә, ярҙамға мохтаж әҙәм балаһын упҡынға этәреү, уны үҙеңдең матди ихтыяжыңды ҡәнәғәтләндереү маҡсатында файҙаланыу түгелме? Ҡулы ҡалтырап аҡса һонған кешенең күҙҙәренә баҡһағыҙ ине. “Йәшел йылан” кәрәкме уларға, әллә йәшәүгә көс бирер яҡшы һүҙме? Бәлки, һеҙ биргән ағыу был әҙәм балаһы йотҡан һуңғы эсемлек булыр?
Эйе, ошо бәләкәй һауыттағы осһоҙ “тройной”ҙар, “фанфурик”тар халҡыбыҙҙың иң ҙур дошманына әйләнде хәҙер. “Улар бит – парфюмерия, ни эшләп һатмаҫҡа тейешмен әле?” – тиер күптәр. Шулай шул: тауар әйләнеше һәйбәт, аҡса килеп тора. Тик был “ҡаҙаныш” әҙәм балаһының сәләмәтлеген бөтөрөү, ғүмерен ҡыйыу, уның туғандарының, яҡындарының күҙ йәше, аһ-зары, үкенес-ғазаптары, етем ҡалған балаларҙың һыҡрау-һыҙланыулы яҙмышы аша яулана икән, ниндәй хәжәте бар? Бындай “уңыш” күңелгә ҡыуаныс, кинәнес бирәме? Эш гөрләп алға китәме? Тормоштоң бәрәкәте артамы? Тыуасаҡ балалар, ейән-ейәнсәрҙәр рәхмәт әйтерме?
Эйе, мин дә уҙған быуат аҙағында эш башлаған саҡта һыраны бик күпләп һаттым. Бер көн килеп бының һөҙөмтәһе “башыма һуҡты”. Шул һыранан әллә күпме кешенең яҙмышы боҙолдо, ғаиләләр тарҡалды, егеттәр кәләшһеҙ ҡалды, ҡыҙҙар ирһеҙ бәпәй тапты... Тәүбә, тәүбә! Яңылышлыҡтан арындырып, һыра таратыуҙан туҡтатҡаның, хаҡ юлды күрһәткәнең өсөн мең рәхмәт, Аллаһ Тәғәләм! Ошо бәрәкәттә, әл-хәмдү лил-ләһ, сауҙа эшем алға бара.
Бер-беребеҙҙең, милләтебеҙҙең, тыуған төйәгебеҙҙең, тыуыр быуындарыбыҙҙың яҙмышын матди мәнфәғәттән өҫтөн ҡуйһаҡсы, замандаштар. Башҡаларҙың ҡайғы-ғазабынан үҙеңә бәхет өйөп булмағанын аңлаһаҡсы. Ярҙамға мохтаждарҙы яҡшы һүҙ менән ҡалҡытып торғоҙоп, күңелдәренә ваҡытында йәшәү көсө өҫтәп ебәрһәк, бер-беребеҙҙе хөрмәт итһәк, хәстәрләһәк, һис шикһеҙ, эскелек һаҙлығы ҡорор ине. Үҙәктәрҙе өҙмәҫ, йөрәктәрҙе өтмәҫ ине шул афәт.

Гәүһәр ҠОЛҺАРИНА.
Бөрйән районы.
Фото inborgotaro.gov.it сайтынан алынды.
Читайте нас: